Республика һулышы
10 Июня 2020, 14:30

Һыуға батып барған бала өсөн ғүмерен биргән

Башҡорт дәүләт аграр университетының 18 йәшлек студенты Хажиморат Каландаровты бөгөн Өфөлә һәм тыуған иле Тажикстанда герой тип иҫәпләйҙәр.

Егет «Ҡояшлы» пляжында ял иткәндә Ағиҙел йылғаһында һыуға батып барған бала өсөн ғүмерен биргән. Ә үҙе йөҙөп сыға алмаған, хәле бөткән.
Аграр университет студенты һәләк булғандан һуң, геройҙың ватандаштары егеттең кәүҙәһен тыуған иленә ҡайтарыу өсөн аҡса йыя башлаған. Уны унда һуңғы юлға оҙаталар.
Тажикстандан студентты үлгәндән һуң бүләкләргә йыйыналар.
Башинформ.
Читайте нас