Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
13 Июнь 2020, 01:24

Мортаза Рәхимов Башҡортостан халҡын ҡотланы

Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты, “Урал” хәйриә фонды советы рәйесе Мортаза Рәхимов Рәсәй көнө байрамы менән республика халҡын ҡотланы.

“Хөрмәтле, башҡортостандар!
12 июнь – илдең яңы тарихында мөһим көн. Бынан 30 йыл элек ошо көндө РСФСР-ҙың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә. Был ваҡиға байрамдың календарҙағы көнөн билдәләне, ә документ илдәге халыҡтарҙың милли төрлөлөгөн һәм берҙәмлеген һаҡлауҙы тәьмин иткән положениены нығытты, Рәсәй дәүләтселегенең заман этабы иҫәбе башланған нөктәһенә әйләнде.
Ошо йылдарҙа илдә күп нәмәләр үҙгәрҙе. Кешеләр тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән масштаблы социаль-иҡтисади үҙгәрештәр булды. Рәсәйҙең тарихи юлында һәр саҡ мөһим урын тотҡан Башҡортостан уның сағыу миҫалы булып тора.
Бөгөн илдә һәр беребеҙҙең тормошона ҡағылған үҙгәрештәр дауам итә. Бынан 30 йылдағы кеүек үк тормош күп һорауҙар ҡуя – һәр дәүерҙең үҙ йөҙҙәре, үҙ үҙенсәлектәре. Әммә кешенең һәм граждандың хоҡуҡтары өҫтөнлөгө, халҡыбыҙҙың берҙәмлеген һәм милли төрлөлөгөн һаҡлау, закон алдында бөтә граждандарҙың тиңлеген тәьмин итеү һәр ваҡытта ла мөһим булып ҡала. Шул саҡта ғына дәүләттең киләсәге буласаҡ. Кешеләрҙең мөһим ҡиммәттәргә һәм яҡшы киләсәккә ышанысы үҙенең көсөн юғалтмаһын, етәкселәрҙең һәм граждандарҙың ғәмәлдәге башҡарған эштәре менән нығытылһын.
Был көндө үк һеҙҙе матур республикабыҙҙың баш ҡалаһы – Ҡала көнө менән ҡотлайым! Өфө матурыраҡ, уңайлыраҡ булһын, халҡын һәм ҡунаҡтарын ҡыуандырһын, шулай уҡ башҡа муниципаль берәмектәр өсөн үҫешкә үрнәк булып хеҙмәт итһен.
Хөрмәтле, дуҫтар! Беҙҙең Башҡортостан, беҙҙең Рәсәй сәскә атһын! Бөтәгеҙегә лә һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек һәм изгелек теләйем!”
– тип ҡотланы Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең сәйәси тормошона һәм үҫешенә ҙур өлөш индергән Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов.
Фото: yandex.ru
Читайте нас