Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
16 Июнь 2020, 12:44

Дәүләт наградаһына стәрлетамаҡтар ҙа эйә булды

Социаль хеҙмәткәрҙәр көнөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо өлкәлә эшләгән бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Улар араһында стәрлетамаҡтар ҙа бар.

Көньяк-көнсығыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры Сергей Щипакинға ( һүрәттә) һәм “Ғаилә” көньяк-көнсығыш район-ара бәлиғ булмағандарға социаль-реабилитация ярҙамы күрһәтеү филиалы директоры Любовь Шинкаренкоға “БР-ҙың атҡаҙанған социаль яҡлау хеҙмәткәре” исеме бирелде. Социаль хеҙмәткәрҙәр, медицина өлкәһендә эшләүселәр кеүек, көндө төнгә ялғап, ҡарттарға, инвалидтарға, ауыр тормош шарттарында ҡалғандарға һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.
– Пандемия осоронда медицина белгестәре, ирекмәндәр һәм социаль хеҙмәткәрҙәр кеше сәләмәтлеген һаҡлау буйынса көрәштә һәр саҡ алғы рәттә. Ниндәй хәлдәрҙә һәм ниндәй шарттарҙа ҡалыуыбыҙ көс һәм ресурстарҙы айырым мобилизациялауҙы талап итә. Яңы шарттарҙа эште яйға һалып, тиҙ арала яңынан сафҡа баҫыуығыҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәм, – тине Радий Фәрит улы йыйылыусыларға.
Республика Башлығы социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренә һөнәрҙәренә тоғро ҡалғандары өсөн рәхмәт әйтеп, уларға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм еңел булмаған, әммә кәрәкле эштәрендә уңыштар теләне.
Читайте нас