Ултырышта утилләштереү комплекстары һатып алырға теләгән хужалыҡтарға ярҙам итеү тәҡдиме булды. Бынан тыш, инвестор табып малсылыҡ ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса ҙур завод төҙөү мәсьәләһе ҡаралды. Радий Хәбиров Хөкүмәткә был проектты өйрәнеү өсөн эшсе төркөм булдырырға ҡушты.