Кәңәшмәлә билдәләүенсә, эпидемияға бәйле ҡабул ителгән сикләүҙәр иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә кире йоҡонто яһаны. Айырыуса бәләкәй һәм урта эшыуырлыҡ ҙур зыян кисерҙе. Округтағы бар халыҡтың 12 проценты тап ошо өлкәлә эшләй. Шуға ла килеп тыуған проблеманы тиҙерәк хәл итеү талап ителә, ти видеоконфекренцияла ҡатнашыусылар.