Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
22 Июнь 2020, 20:30

3 июлдә республикала мәктәп лагерҙары асыла

3 июлдән, 1 июлдә Конституцияға төҙәтмәләр буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреүенән һуң, Башҡортостанда мәктәп лагерҙары эшләй башлай.

Был хаҡта дүшәмбе республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә белдерҙеләр.
«Халыҡҡа тауыш биреү мөмкинлеге биреү өсөн 3 июлдән мәктәп лагерҙарын асыу планлаштырыла. Шифахана тибындағы лагерҙар республикала 1 июлдә асыла», — тип белдерҙеләр кәңәшмәлә.
Башинформ.
Читайте нас