Был наградалар башлыса коронавирус менән көрәштә үҙҙәрен аямай эшләгән табиптарға йүнәлтелгән. Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостандан 15 кеше, шул иҫәптән Стәрлетамаҡтан Рәфис Шакиров та бар. Яҡташтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләп ҡалабыҙ!
Изге һөнәр быуындан-быуынға тапшырыла
Табиптарҙың һөнәри байрамы айҡанлы, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев “Йәйғор” шифаханаһы коллективын ҡотланы һәм маҡтау ҡағыҙҙары тапшырып үтте. Ошо уҡ көндә 2-се ҡала дауаханаһы алдында әлеге мәлдә коронавирус менән сирлеләрҙе дауалаған табиптар өсөн концерт күрһәтелде. Ә Стәрлетамаҡ психиатрия дауаханаһында табип династияларын тәбрикләнеләр. Дауахананың баш табибы Сергей БОЙКОВ (һүрәттә) коллегаларының һүрәттәр конкурсында еңгән балаларын да тәбрикләп үтте.