Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
22 Июнь 2020, 16:30

Зөлфиә Ғайсина Башҡортостанда кеше хоҡуҡтары буйынса яңы вәкил булыуы мөмкин

Хоҡуҡ һаҡлаусы Зөлфиә Ғайсинаның кандидатураһы Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына килешеү өсөн Мәскәүгә Рәсәй Федерацияһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Татьяна Москальковаға ебәрелде.

Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
«Башҡортостан Конституцияһына ярашлы республика Башлығы ошо кандидатураны индерҙе, – тип аңлатма бирҙе республика Ҡоролтайы рәйесе Константин Толкачев. – Дәүләт Йыйылышы ултырышының көн тәртибенә Вәкил тәғәйенләү тураһында мәсьәлә индереү Татьяна Москалькованың ҡарарынан тора».
Зөлфиә Ғайсинаның юриспруденцияла һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегендә 17 йыл тәжрибәһе бар. Һуңғы 10 йылда ул шәхси юридик практика алып бара һәм тотош республикалағы алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлауҙа махсуслаша, тип хәбәр ителә гайсина.рф сайтында.
Читайте нас