Шулай уҡ 22 июндән башлап, республикала 50-нән ашыу кеше ҡатнашлығында эшлекле, мәҙәни, күңел асыу һәм спорт саралары үткәреү йәки дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары, дәүләт һәм муниципаль учреждениелар тарафынан ойошторолһа, сит ил дәүләттәре һәм илдең башҡа төбәктәре вәкилдәре ҡатнашлығында үткәреү рөхсәт ителә.
29 июндән граждандар туристик сәфәр ҡыла, дини биналараға йөрөй ала. Шул уҡ ваҡытта дини учреждениелар тейешле санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәргә, йыйылыусылар 100 кешенән артмаҫҡа тейеш. 23 июндән музейҙар, китапханалар ҙа эшләй башланы.
"Шоңҡар" журналынан.