Ведомство башлығы һүҙҙәренсә, ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан, Мәскәүҙән тыш, илдең ошондай әһәмиәтле федераль аҡса алған берҙән-бер төбәге.
Бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам буйынса милли проектты тормошҡа ашырыу барышы тураһында һөйләгәндә, Римма Бойцова быйыл аҡса индустриаль парктарҙы үҫтереүгә, эшмәкәрлектең социаль әһәмиәтле төрҙәре менән шөғөлләнгәндәргә, шулай уҡ «Минең бизнесым» консультация үҙәктәрен ойоштороуға йүнәлтелеүен билдәләне.
Әйтәйек, 2020 йылда ғына Салауатта, Октябрьскийҙа һәм Сибайҙа эшҡыуарҙар өсөн өс яңы үҙәк булдырыу планлаштырылған.