Халыҡ-ара сарала ике федераль министр, власть, бизнес вәкилдәре, инвесторҙар һәм бик күп эксперттарҙың ҡатнашыуы көтөлә. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров форумға тип килгән Рәсәй Хөкүмәте ҡармағындағы аналитика үҙәге етәксеһе Константин Калинин менән осрашты.
Федераль ҡунаҡ Башҡортостанға һәр ваҡыт оло кинәнес менән килеүен белдерҙе. Уның әйтеүенсә, Рәсәй Хөкүмәте ҡуйған бурыстарға ярашлы, әлеге ваҡытта эпидемия эҙемтәләре буйынса төбәктәрҙең мөмкинлектәре баһалана.