Игорь Комаров Президент Владимир Путин тәҡдиме иткән Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр һәм өҫтәмәләр индереү дәүләтте, власть институтын нығытыуға, илдең бойондороҡһоҙлоғона, бөтөнлөгөнә булышлыҡ итәсәгенә ышаныс белдерә. Төҙәтмәләрҙең төп өлөшө социаль гарантияларға, әсәлекте, балалыҡты яҡлауға, кешеләрҙең һаулығын һаҡлауға, граждандар хоҡуҡтарын, хеҙмәтен, милләттәрҙең тарихи мәғрифәтселеген яҡлауға ҡағыла.
Владимир Путин халыҡҡа мөрәжәғәтендә: “Яңы Конституция положениелары, әгәр улар ҡабул ителһә, илдең социаль һәм иҡтисади сәйәсәтенең һөҙөмтәләренә тағы ла юғары талаптар ҡуясаҡ. Кешеләрҙең тормош сифатын, именлеген нығытыу буйынса мәсьәләләр яңы кимәлдә хәл ителәсәк”, – тип белдерҙе.
Волга буйы федераль округында төбәктәрҙә граждандар Конституцияға төҙәтмәләр буйынса ҡарашын белдерһен өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған, хәүефһеҙлек саралары ла күрелгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әле республикабыҙҙың барлыҡ тауыш биреү участкаларында Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреүе бара. Участкалар киске сәғәт 8-гә тиклем эшләй. Кемдәр әле тауыш бирмәгән, барығыҙ, илдең киләсәгенә үҙегеҙҙең өлөшөгөҙҙө индерегеҙ.
Фото Волга буйы федераль округы буйынса тулы хоҡуҡлы вәкилдең матбуғат хеҙмәтенән.