Әммә уларҙың урамдан инеү өсөн айырым ишеге булырға һәм санитар-эпидемиологик талаптар етди үтәлергә тейеш. Фудкорттарҙа урынлашҡан туҡланыу урындарына эшләргә ярамай, улар халыҡҡа өйҙәренә аҙыҡ-түлек ташый ала. Юғары һәм урта уҡыу йорттарына документтарҙы барып тапшырырға һәм белем усағында имтихандар бирергә рөхсәт ителде. 15 июлдән балалар шифаханалары, профилакторийҙар, шулай уҡ ял, һауыҡтырыу, хеҙмәт һәм мәктәп яны лагерҙары балаларҙы ҡабул итә ала.