Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
2 Июль 2020, 19:39

Стәрлетамаҡ табиптарына – Пирогов һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары

19 июнь Владимир Путин ике дәүләт наградаһын: Пирогов ордены һәм Лука Крымский миҙалдарын булдырыу тураһында ҡарар сығарҙы. Ошо көндәрҙә ҙур наградалар Башҡортостанға килеп етте. Уларҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.Шуныһы ҡыуаныслы: бүләкләнеүселәр араһында, үткән һандарҙың береһендә хәбәр итеүебеҙсә, стәрлетамаҡтар ҙа бар.

Шуныһы ҡыуаныслы: бүләкләнеүселәр араһында, үткән һандарҙың береһендә хәбәр итеүебеҙсә, стәрлетамаҡтар ҙа бар. Пирогов ордены 2-се дауахана табибы (элекке 4-се ҡала дауаханаһының баш табип урынбаҫары) Рәфис Шәкировҡа тапшырылды. Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, Рәфис Шәкиров үткән йылда “Йылдың иң яҡшы табибы” республика конкурсында “Медицина ойошмаларының иң яҡшы етәксеһе” номинацияһында икенсе урынға өлгәште. Ул – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Бынан тыш, стәрлетамаҡтар уны йәмәғәт эштәрендә әүҙем булған, үҙ фекерен ҡыйыу еткерә алған етәксе булараҡ белә.
Өфөлә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған бүләкләү тантанаһында шулай уҡ ҡаланың 1-се клиник дауаханаһында 27 йыл анестезиолог-реаниматолог булып эшләгән Владимир Арзяков Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Тәжрибәле табип һүҙҙәренсә, медицина йылдан-йыл үҫешә һәм алға табан ҙур аҙымдар яһай, бигерәк тә үҙгәрештәр пандемия осоронда ныҡлы һиҙелгән. Әммә иң ҙур ҡаҙаныш – ул, әлбиттә, ошондай табиптарҙың хеҙмәте.
Бынан алда ошо уҡ медицина учреждениеһының табип-терапевы Земфир Мостафин да коронавирус менән көрәштә күрһәткән хеҙмәте өсөн Волга буйы федераль округының тулы хоҡуҡлы вәкиле тарафынан маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.
“Республикабыҙҙа 82 кеше Президенттың төрлө наградаларына лайыҡ булды. Был, ғөмүмән алғанда,
беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһына һәм, әлбиттә, һәр табипҡа ихтирам менән ҡарауҙы күрһәтә”, – тип билдәләп үтте Радий Хәбиров.
Һүрәттә: Р. Шәкиров.
Фото Citiopen.ru сайтынан алынды.
Читайте нас