Ашҡаҙар
+28 °С
Облачно
Республика һулышы
2 Июля 2020, 18:00

"Тыныслыҡты, татыулыҡты нығытыуҙа Башҡортостандағы мосолман өммәтенең өлөшө ҙур"

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы менән Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы партнерлығының 15 йыллығына арналған онлайн-конференцияла ҡатнашыусыларға видеосәләмләү менән мөрәжәғәт итте.

Ул былай тине: “Хөрмәтле конференцияла ҡатнашыусылар!
Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы исеменән ихлас сәләмләйем. Бөтә илебеҙҙәге кеүек үк, беҙҙең төбәктә лә бик күп халыҡ һәм дин вәкилдәре йәшәй.
Рәсәй – миллиондарса мосолмандың тыуған йорто. Ислам – дөйөм Рәсәй тарихының мөһим органик өлөшө. Беҙ күп быуатлыҡ дини һәм мәғрифәтселек йолалары, күренекле дини фекер эйәләренең исемдәре менән ғорурланабыҙ. Мосолмандар һәр саҡ Ватандың ныҡлы таянысы булды.
Илебеҙҙә конфессия-ара тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыуҙа Башҡортостандағы мосолман өммәтенең дә өлөшө ҙур. Ислам ҡиммәттәре халҡыбыҙҙың үҙенә генә хас холҡонда һәм рух ныҡлығында сағылыш таба.
Ошо көндәрҙә беҙ хөрмәтле Юғары мөфтөйөбөҙҙө, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт хәҙрәт Тажетдинды яуаплы вазифаһына һайланыуының 40 йыллығы айҡанлы тәбрик итәбеҙ. Беҙҙең өсөн ул – ысын рухи лидер һәм тәрән аҡыллы остаз.
Ислам иманлыларҙы юғары әхлаҡи ҡиммәттәргә, изге ғәмәлдәргә йәлеп итә. Тик ошо рәүешле генә беҙ күп милләтле Ватаныбыҙҙың көс-ҡеүәтен, уның телдәренең һәм мәҙәниәттәренең байлығын арттыра, халыҡтарҙың берҙәмлеген нығыта алабыҙ.
Конференция ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек һәм сәскә атыу теләйем!”
Фото: glavarb.ru
Читайте нас