Махсус иҡтисади зонаға Әбйәлил, Белорет, Бөрйән райондары инә. Был хаҡта республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов белдерҙе.
План буйынса, быйыл дүртенсе кварталда үҫеш концепцияһы әҙерләнә, 2021 йылда – документтарҙы өйрәнеү, 2022 йылда – ғариза биреү кампанияһын үткәреү, 2023 йылдың беренсе ярты йыллығында – Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығына ғариза биреү, 2023 йылдың икенсе ярты йыллығында «Урал» махсус иҡтисади зонаһын теркәү планлаштырыла.
Эштәр «2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһында» указы сиктәрендә хөкүмәт вице-премьеры Рөстәм Моратов етәкселегендә алып барыла, тип билдәләне дәүләт комитеты рәйесе.