Делегация вәкилдәре Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең 95 йыллығына арналған тантаналы сараларҙа ҡатнаша. Бынан тыш, ҡунаҡтар ҡатнашлығында Өфөлә “Ростех” дәүләт корпорацияһы авиация кластерының һөнәри белем биреү үҙәге төҙөлөшөнә старт бирелә. Махсус Ведомство-ара комиссия ултырышында Башҡортостан менән “Ростех” араһындағы артабанғы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшереләсәк.