Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Республика һулышы
21 Июля 2020, 09:32

ҠЫШ ЕТКӘНСЕ ӨЛГӨРӨП ҠАЛЫРҒА КӘРӘК

Йәй айҙары ял итеү өсөн генә түгел, ҡышҡылыҡҡа әҙерлек осоро ла булып тора. Быны иһә хужабикәләрҙең емеш-еләк йыйып ҡайнатмалар, ир-егеттәрҙең бесәнлектәрҙә малға аҙыҡ әҙерләүенән дә күреп торабыҙ әлеге ваҡытта. Ысынлап та, йәйге селлә лә үтеп китеп, көндәр ҙә бер аҙ һалҡынайып, көҙгә тартыла башлар, ә унан һуң ҡышҡа ла оҙаҡ ҡалмай. Ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеү өсөн әлеге көндән яҡшыраҡ ваҡыт юҡтыр. Йәйге ял, отпуск һәм каникулдар дауам иткән мәлдә торлаҡ-коммуналь хужалығы белгестәре таҙалыҡ ҡына һаҡлап ҡалмай, ҡышҡылыҡҡа әҙерлек башланы ла инде.

Ҡала шарттарында һыуыҡ көндәр етеү менән бирелгән иң көнүҙәк һорауҙарҙың береһе – ”Ҡасан йылы бирәсәктәр?” Тотҡарлыҡһыҙ йылытыу ойоштороуға әҙерлек һәр ваҡыттағыса алдан башланды, йылытыу системаларын тикшереү, кәрәк булған урындарҙа торбалар алмаштырыу, ҡорамалдарҙы яңыртыу һәм башҡа эштәр әле үк бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән оператив кәңәшмә барышында Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев хәбәр итеүенсә, әлеге мәлдә йылытыу миҙгеленә әҙерлек 63 процент күләмендә ойошторолған. Әлбиттә, был эштәр халыҡтың торлаҡ-коммуналь хужалығына түләүҙәренән дә ғибәрәт. Был күрһәткес йыл башынан алып әлеге көнгә ҡарата 97,2 процент тәшкил итә, үткән йыл менән сағыштырғанда, былтыр ошо уҡ осорҙа ул 95,4 процент булған.
Йыл буйы тигәндәй, үҙ йортобоҙҙа, ихата алдында ваҡыт үткәрәбеҙ, уны ла таҙа тотоу зарур. Был йәһәттән республикала 380 ихата, 91 йәмәғәт урыны һәм 2185 подъезд төҙөкләндереләсәк. Ҡайһы бер йорттарҙа был эштәр башҡарыла башлаған да инде, мәҫәлән, беҙ Стәрлетамаҡтың Кочетов урамында подъездарҙы матурлау менән шөғөлләнеүсе «УралСтройГрупп» төҙөлөш компанияһы эшен барып күрә алдыҡ (һүрәттә). Бында подъезд стеналарын шымартыу эштәре бара ине. Ғөмүмән алғанда, Стәрлетамаҡта быйыл 146 подъезд ремонтланасаҡ, был эштәр 31 йортта алып барыла. Әлеге мәлдә эштәр алты подъезда тамамланған да инде. Шулай уҡ әле Салауат кинотеатры артындағы майҙанда һәм Стәрле йылғаһы буйында төҙөкләндереү эштәре дауам итә, тағы ла «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә 11 ихата заманса төҫ аласаҡ
Читайте нас