Ашҡаҙар
+27 °С
Облачно
Республика һулышы
3 Августа 2020, 16:00
Республикала «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһын ҡуйыу өсөн урын һайлайҙар
Башҡортостанда Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн халыҡҡа ике вариант тәҡдим итәләр.
Ҡала мэрияһынан хәбәр итеүҙәренсә, тәүге вариант – Еңеү аллеяһына ингән ерҙәге майҙансыҡ. Ул Беренсе Май урамында Еңеү паркына ингән урын янында урынлашҡан.
Икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары сатында паркка ингән урындағы майҙансыҡ.
Мемориал һигеҙ ҡырлы колонналы, иң өҫтә алтын ялатылған Өфө гербы тора, бейеклеге – 20 метр. Авторҙары – Константин Донгузов һәм Дамир Мәғәфүров.
Тауыш биреү «Берҙәм Рәсәй»ҙең сайтында онлайн уҙғарыла. 13 сентябргә тиклем һайларға мөмкин.
Бынан алда «Башинформ» 2 июлдә Рәсәй Президентының илдең 20 ҡалаһына ошо абруйлы исем биреү тураһында указға ҡул ҡуйыуын
хәбәр иткәйне
. Өфө һәм Башҡортостан ошо идея өсөн халыҡтың иң күп – 1,2 миллиондан ашыу ҡултамғаһын йыйҙы.
Башинформ.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"