Биләмә “Зубов” индустрия паркында урынлашҡан. Бында бөгөндән кәрәкле селтәрҙәр һәм инженер коммуникациялары бар.
– Беҙ 20 мең квадрат метрлыҡ ҙур павильон төҙөргә тейешбеҙ, был майҙансыҡ – төҙөлөштө күҙаллаған урындарҙың береһе, – тине Радий Хәбиров. – WorldSkills Russia чемпионатына әүҙем рәүештә әҙерләнәбеҙ. Тик беҙҙең идея шундай: финалдан һуң был етештереү ҡеүәттәре һәм биналар берәй завод йәки предприятие өсөн майҙансыҡ булараҡ эшләй башларға тейеш. Шуға күрә бөтә йәһәттән дә уңайлы варианттар эҙләйбеҙ.
Белешмә:
“Йәш профессионалдар” WorldSkills Russia милли чемпионатының финалы – WorldSkills стандарттары буйынса һөнәри оҫталығын күрһәткән 16-20 йәшлек студенттар, шулай уҡ 10-17 йәшлек мәктәп уҡыусылары араһында үтә һәм ил мәғарифы системаһына иң яҡшы халыҡ-ара практикаларҙы ғәмәлгә индерергә булышлыҡ иткән ҙур күләмле ярыш булып тора.
Рәсәй WorldSkills халыҡ-ара хәрәкәтенә 2012 йылда ҡушыла. I Милли чемпионат финалы 2013 йылда Тольятти ҡалаһында үтте. Ә Башҡортостанда I “Йәш професионалдар” төбәк чемпионаты 2016 йылда ойошторола.
Быйыл 21 сентябрҙә Мәскәүҙә VIII “Йәш профессионалдар” милли чемпионатын ябыу тантанаһында ярыш флагы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа тапшырылды. Чемпионат беҙҙә 2021 йылда үтәсәк.