Төбәк хөкүмәте матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, эшлекле һөйләшеүҙә 2020 йыл йомғаҡтары һәм Башҡортостанда тимер юл транспорты үҫеше перспективаһы,ҡала-ара маршруттарында легаль булмаған йөрөтөүселәрҙе ҡыҫырыҡлап сығарыу мәсьәләләре ҡаралған. Атап әйткәндә, тимер юлсылар "Көнбайыш" һәм "Көньяҡ" экспрестарын булдырырға уйлай. Беренсе экспресты Өфөнән Дәүләкән һәм Приют яғына, ә икенсеһен Стәрлетамаҡ аша Күмертау яғына, артабан Ырымбурға тиклем ебәреү планлаштырыла.
Пассажирҙарҙы уңайлы рельслы автобустар хеҙмәтләндерәсәк. Элек Өфөнән Күмертауға тиклем экспресс алты сәғәт барһа, хәҙер ул өс сәғәттә барып етәсәк. Киләһе йыл был маршруттарҙа «Алға» картаһын индерергә уйлайҙар.
Тимер юлсылар уйлауынса, был ҙур булмаған район-ҡалаларҙы хеҙмәтләндереү өсөн бик уңайлы, бигерәк тә Өфөгә һәм башҡа эре ҡалаларға йөрөп эшләүселәр, шулай уҡ, туристар һәм баҡсасылар өсөн ҡулай буласаҡ. Көньяҡ йүнәлеш кенә лә 1,7 млн самаһы халыҡты хеҙмәтләндерәсәк, тигән һүҙ.