«Ни сәсһәң, шуны урырһың» тиҙәр, Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Роберт Зәйнуллин фәнни асыш яһап, был әйтемгә яңы мәғәнә өҫтәй. Хәҙер яҙғы сәсеү барышын ябай телефон ярҙамында ла күҙәтергә мөмкин. Сәскес торбаһына орлоҡтарҙы иҫәпләүсе датчиктар ҡуйылған, бар мәғлүмәт блютус ярҙамында гаджеттағы ҡушымтаға ебәрелә. Хата барлыҡҡа килһә, ҡыҙыл яҙыу сыға. Проект ил кимәлендә лә юғары баһалана. Яңыраҡ егет Александр Ежевский исемендәге Милли премия менән бүләкләнде. Был конкурс ауыл хужалығы өсөн машиналар йыйыу йүнәлеше буйынса уҡыған студенттар араһында үтә.