Уларҙы предприятие филиалының дефектоскопик лабораторияһы – аварияларҙы иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса махсуслаштырылған идара (СУПЛАВ) файҙаланасаҡ.
Магистраль торбаүткәргестәрҙең линия өлөшөндә эшләгән ваҡытта ялан шарттарында иретеп йәбештереү ҡатнашмаларының бооҙолмауын контролдә тотоу, шулай уҡ яңы һыу аҫты кисеүҙәрен төҙөгәндә радиографик контролде ҡабатлаусы – яңы лабораторияларҙы хәл итеү бурыстары бына шулар. Уларҙы төҙөгәндә юғары үтеүсәнлек шассиҙары (КамАЗ-43118) ҡулланылды. Был мобиль лабораторияларға Башҡортостан һәм башҡа төбәктәр территорияһында «Транснефть – Урал» йәмғиәте хеҙмәт күрһәтә торған магистраль торбаүткәргестәрҙең теләһә ҡайһы участогында эштәр башҡарыу урынына ышаныслы инеү мөмкинлеге бирә.
Лабораториялар радиографик, ультратауыш һәм визуаль үлсәү контролен уҙғарыу өсөн барлыҡ кәрәкле йыһаздар һәм инструменттар менән йыһазландырылған. Мәғлүмәттәрҙе оператив эшкәртеү өсөн ноутбуктар һәм күп функциялы ҡоролмалар, бәйләнеш булдырыу өсөн радиостанциялар бар. Борт аппаратураһы электр менән тәьмин итеүҙе 10 кВт көсө булған электр генераторҙары тәьмин итә.
СУПЛАВ-тарҙың ҡарамағында барлығы 9 мобиль лаборатория бар: 6-һы – Өфөлә, 3-һе – Силәбе участогында СУПЛАВ дефектоскопик лабораторияһында.
Емерелмәй торған контроль мобиль лабораторияларын ҡулланыу, географик һәм климатик факторҙарға ҡарамаҫтан, ғәмәлдәге һәм төҙөлә торған торбаүткәргес инфраструктураға ваҡытында хеҙмәт күрһәтеү мөмкинлеге бирәсәк. Әлеге сара дөйөм етештереү объекттарының юғары эксплуатацион хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.