Янғын сыҡмаһын өсөн
– Һәр электр ҡорамалының ҡулланыу срогы була, ул яҡынса – 10 йыл. Йылытыу ҡорамалына нисек кенә ныҡ өйрәнһәгеҙ ҙә, бөгөнмө-иртәгәме уның менән хушлашырға кәрәк буласаҡ, сөнки ундай ҡорамалды ҡулланыу – хәүефле.
– Йылытыу ҡорамалының торошон даими тикшереп тороғоҙ: ваҡытында ремонтлағыҙ, төҙөк булмаған деталдәрен, боҙолған штекерҙарҙы алмаштырығыҙ. Электр йылытҡыстарын төнгөлөккә эшләтеп ҡалдырмағыҙ, кер киптереү өсөн ҡулланмағыҙ.
– Сәнәғәт шарттарында етештерелгән ҡорамалдарҙы ғына файҙаланығыҙ. Төҙөк булмаған, өй шарттарында яһалған йылытҡыстар – ҙур хәүеф сығанағы. Арзан йәки бушлай тип ҡыҙыҡмағыҙ, тәү сиратта тап шундайҙар ҡаза сәбәпсеһе була.
– Лак-буяу материалдары, химик, тиҙ тоҡаныусан шыйыҡсалар һаҡланған, сүп-сар йыйылған биналарҙа йылытҡыс ҡуймағыҙ.
– Йылытыу ҡорамалы тәҙрә пәрҙәләренән, йорт йыһаздарынан хәүефһеҙ арауыҡта ҡуйылырға тейеш. Штекерҙы розеткаға яҡшы итеп индерегеҙ, кире осраҡта ул ҡыҙып, янғын сәбәпсеһе булыуы ихтимал. Шулай уҡ даими рәүештә ҡорамал өҫтөнә йыйылған туҙанды һөртөп торорға кәрәк, сөнки уға ла тиҙ генә ут тоҡаныуы ихтимал.
– Провод өҫтөнә ауыр әйбер, йыһаз ҡуйырға ярамай, йылытыу ҡорамалы ҡыҙыуы ихтимал. Шулай уҡ проводтар келәм йәки башҡа төрлө япмалар аҫтынан да үтергә тейеш түгел.
Берәй хәл килеп тыуһа
– Әгәр көтмәгәндә янғын сығып, уны башланған мәлендә үк һүндереү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырһағыҙ (тәүге бер-ике минут), ваҡыт әрәм итмәгеҙ – йәһәтерәк фатирҙан, өйҙән сығыу яйын ҡарағыҙ (артығыҙҙан ишекте яҡшы итеп ябығыҙ!), 112 телефонына шылтыратығыҙ. Мобиль аппараттан да, стационар телефондан да шылтыратыу – бушлай.
– Бындай осраҡтарҙа лифт менән файҙаланмағыҙ. Янғын ваҡытында лифт туҡтай һәм «ҡапҡан»ға әйләнеүе ихтимал.
– Янғын һүндереүселәрҙе ҡаршы алыу, уларға ҡаза урынына барыу өсөн тиҙ һәм уңайлы юлды күрһәтеү мотлаҡ. Утты башланған сағында һүндереү күпкә еңелерәк, ваҡытты үткәреп, кеше ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ.
– Бик мөһим иҫкәрмә: электр селтәренә тоташҡан аппаратураны һыу һибеп һүндерергә ярамай! Әгәр телевизор, һыуытҡыс, үтек кеүек ҡорамал янып китһә, иң тәүҙә розетканан һурып алырға тырышығыҙ йәки фатирға (өйгә) ингән электр селтәрен һүндерегеҙ. Әгәр электр ҡорамалы яңы ғына яна башлаған булһа, проводын электр селтәренән һурып, өҫтөн ҡалын юрған, беше туҡыма әйбер менән ҡаплағыҙ, ситенән һауа инмәҫлек итеп ҡымтығыҙ.
– Янғынды һүндерергә тотонған хәлдә лә сығыр юл хаҡында онотмағыҙ, кәрәк мәлдә тиҙ генә хәүефле урындан ҡотолоу мөмкинлеген күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Үҙегеҙҙең, яҡындарығыҙҙың, күршеләрегеҙҙең ғүмере йорт эсендәге йыһаздан күпкә ҡиммәтерәк.
– Порошок хәлендәге янғын һүндергесте тәүге минуттарҙа – ут ныҡлап таралмаҫ борон ҡулланырға кәңәш ителә. Һуңынан ул ярҙам итмәйәсәк. Әгәр ағас йортта йәшәһәгеҙ, мотлаҡ янғын һүндергес һатып алығыҙ. Хаҡы – яҡынса 500 һум.
– Тағы ла бер кәрәкле, һөҙөмтәле ҡорамал – янғын иҫкәрткес. Бәләкәй генә ҡумта түбәгә беркетелә. Әгәр уға төтөн эләкһә, ул шунда уҡ сыйылдап тауыш бирә. Бер бүлмәгә бер ҡорамал ҡуйыла. Хаҡы яҡынса 200 һум тора. Күп балалы, яңыраҡ сабыйы тыуған ғаиләләргә, 55 йәштән өлкән яңғыҙаҡтарға ул бушлай бирелә. Һуңғы бер йыл эсендә генә ошондай янғын иҫкәрткестәр йөҙәрләгән кешенең, шул иҫәптән тиҫтәләгән баланың ғүмерен ҡотҡарҙы.
Бәләгә тарыусыларға беренсе ярҙам
– Әгәр янғын һүндергән мәлдә тәнегеҙҙең берәй өлөшө янһа, зыян күргән урынды тиҙ генә һыуытырға кәрәк. Бының өсөн йә һыуыҡ һыуға тығырға, йә янған урынға ҡар, боҙ һалырға тәҡдим ителә. Әгәр янған урын күперсеп һытылһа, бындай яраға һыу тейҙерергә ярамай. Был осраҡта янған тән өлөшөнә стерилләнгән туҡыма киҫәге ябып, полиэтилен ҡапсыҡҡа һалынған боҙ киҫәге баҫырға мөмкин.
– Мөһим иҫкәрмә! Термик яныу осрағында бешкән урынға май һөртөргә, йәбешкән кейем өлөштәрен сисеп алырға, күперсектәрҙе һытырға, тән өлөшөн бинт менән урарға йәки пластырь йәбештерергә ярамай.
– Төтөн дә бик ҡурҡыныс. Унан хатта дымлы сепрәк аша тын алған осраҡта ла һаҡланып булмай (ҡуйы төтөндә иҫ юғалтыу өсөн кешегә бер-ике тын алыу ҙа етә). Иң йыш осраған янғын эҙемтәләренең береһе – углекислый газ менән ағыуланыу. Уның тәүге билдәләре – күреү, ишетеү һәләтенең насарайыуы, маңлай тәңгәлендә еңелсә ауыртыу, баш әйләнеү, сикә ситендә пульстың шәбәйеүен тойоу. Зыян күреүсене мөмкин тиклем тиҙерәк саф һауаға сығарырға, табип саҡыртырға, медицина ярҙамы килгәнсе уға ҡаты сәй, ҡәһүә эсерергә, нашатыр спирты еҫкәтергә, ҡыҫып торған кейемдәренән азат итергә кәрәк.
Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе sokolov.e@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.