Бер урында ултырып ялҡып киткәнсе, был проект ярҙамында бауыр аҫтынан ел үткәреп ҡайтыу күпкә файҙалыраҡ. Уның шулай икәнлеге сәйәхәт ҡылып, ял итеп ҡайтып, автобустан төшөп килгән шат һәм теремек апайҙарҙың йөҙөнән үк күренеп тора.
Был проект башҡаларҙы ла ҡыҙыҡһындырмай ҡалмаҫ, моғайын. Проектта ҡатнашыу өсөн долголетие. соцтуризмрб.рф сайтында теркәлергә кәрәк. Теркәлгәндән һуң шәхси кабинетта үҙегеҙгә оҡшаған турҙы һайлап, урынға бронь яһарға була. Әлегә сәйәхәт йүнәлештәре күп түгел, шулай ҙа киләсәктә маршруттарҙы арттырыу ҡаралған. Турҙар араһында йәйәүләп йөрөү һәм автобуста сәйәхәт итеү төрҙәре бар. Хаҡына килгәндә, сәйәхәт итеү үҙе бушлай, туҡланыу өсөн генә айырым түләргә кәрәк буласаҡ. Эпидемиологик торошҡа бәйле, әлегә 55-64 йәштәге өлкән кешеләр генә был турҙарға өмөт итә ала.
Сәфәр ҡылыу бер йәки ике көн дауам итә, был ваҡыт эсендә маршрут буйынса туристик объекттарға туҡталыу ҡаралған. “Башҡортса ғүмерҙе оҙайтыу. Туризм” проекты ололарға Башҡортостандың тәбиғи ынйыларын күрһәтеү, халҡыбыҙҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫы менән таныштырыу һәм башҡа төрлө матур урындар менән таныштырыу бурысын үҙенә алған.
Стәрлетамаҡтан барған әлеге төркөм Ғафури районында урынлашҡан экзотик йәнлектәр зоопаркына барып, беҙҙең тәбиғәт шарттарында дөйә, дөйәғош (страус) һәм башҡа төрлө ҡоштарҙы, йәнлектәрҙе үрсетеү мөмкинлеген күреп, Ташаҫты ауылы эргәһендәге шишмәнән һыу алып, һыу инеп, Красноусол шифаханаһында булып ҡайтты.
Бындай проекттар күберәк булһа, Башҡортостан буйлап сәйәхәт ҡылып тик йөрөр инек, ете ят ерҙәргә иҫебеҙ ҙә китмәҫ ине. Тыуған ер һауаһы, һыуы һаулыҡты ла нығыта, ғүмерҙе лә оҙайта тигәндәре раҫ килә.