Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
30 Декабрь 2020, 13:02

«ТРАНСНЕФТЬ – УРАЛ» 2020 ЙЫЛДА 2,9 МЕҢ КМ ОҘОНЛОҠТАҒЫ МАГИСТРАЛЬ ТОРБА ҮТКӘРГЕСКӘ ДИАГНОСТИКА ЭШЛӘНЕ

«Транснефть – Урал» 2020 йылда бөтәһе 2,9 мең км оҙонлоҡтағы магистраль торба үткәргестәрҙең 41 участкаһына диагностикалау үткәрҙе.

Диагностика үткәреү өсөн «Транснефть – Диаскан» йәмғиәтендә етештерелгән инспекция приборҙары ҡулланылды. Был ҡорамал төрлө физик принциптар – ультратауышлы, магнит һәм ҡатнаш дефектоскоп ҡулланып эшләнгән һәм торба үткәргесте төрлө яҡлап тикшерергә мөмкинлек бирә.
Магистраль торба үткәргестең һыу ятҡылыҡтары менән осрашыу урындарын тикшереү сиктәрендә бөтәһе 196 км оҙонлоғондағы бәләкәй йылғалар аша үткәргестәрҙең 296 һыу аҫты үткәүелдәре тикшерелгән.
Таҙартыу һәм диагностикалау сараларының 11 камераһы, нефть һәм нефть продукттарын һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән бөтәһе 345 мең кубометр күләмендә 31 резервуар тикшерелгән.
Производство ҡеүәтен диагностикалау – торба үткәргес транспорты системаһының ышаныслығын күтәреү һәм “Транснефть-Урал” йәмғиәтенең сәнәғәт объекттарында экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн мөһим шарт. Уҙғарылған диагностика һөҙөмтәләре буйынса ремонт эштәрен үткәреү планы формалаштырылған.
Читайте нас