Структур подразделениеларға Өфө дәүләт нефть техник унииверситетын, Көньяҡ-Урал дәүләт университетын, Өфө дәүләт авиация техник университетын, Алыҫ Көнсығыш дәүләт университетын, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжын һәм Канаш транспорт-энергетика техникумын тамамлаусылар урынлаштырылды. Йәш белгестәр хеҙмәт юлын нигеҙҙә эш һөнәрҙәренән башлай, был производствола артабан эшләү өсөн тәжрибә лә булып тора. Коллективҡа алынған йәштәр нефть продукттарын һурҙырып ағыҙыу станцияһы операторы, тауар операторы, линиялы үткәргес торба һалыусылар, автоматика саралары һәм технология ҡорамалдары буйынса электромонтер, химия анализы лаборанты һәм башҡа һөнәрҙәр буйынса эш башланы.
Предприятие кадрҙар әҙерләү өлкәһендә юғары һәм урта белем биреү учреждениелары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Атап әйткәндә, компания филиалдарының һәм идаралыҡ аппаратының кадрҙар хеҙмәте вәкилдәре Өфө дәүләт нефть техник университеты тарафынан уҙғарылған профориентация сараларында һәм вакансиялар йәрминкәләрендә ҡатнаша. 2020 йылда был саралар онлайн-форматта үтте. Юғары уҡыу йорттары студенттары “Транснефть-Урал” акционер йәмғиәте уҙғарған йәштәрҙең фәнни-техник конференцияларында ҡатнаша, предприятие юғары уҡыу йортоноң матди-техник базаһын үҫтереүгә ярҙам күрһәтә. 2016 йылдан алып 2020 йылға тиклем университетҡа ремонт эшләү, кафедраларҙы техник йыһазландырыу, лабораториялар булдырыу, фәнни әҙәбиәт баҫтырыу өсөн 100 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде.
Бөгөнгө көндә “Транснефть-Урал” акционер йәмғиәтендә 215 йәш белгес эшләй. Уларҙың күпселеге, 148 кеше, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаусылар.
Бынан тыш, предприятиела буласаҡ йәш белгестәр менән дә эш алып барыла. 2020 йылда “Транснефть-Урал” акционер йәмғиәтендә йөҙҙән ашыу юғары уҡыу йорто студенты практика үтте. Шулай диплом алды практикаһын үтеүселәр (улар ӨДНТУ-нан - 44 һәм Төмән индустриаль университетынан 7 студент) производсто объекттарын эксплуатациялау буйынса эштәрҙә ҡатнашты, төп технологик процестар һәм ҡорамалдар менән танышты, документтар менән эшләне, производство объекттарында планлы эштәр уҙғарғанда күҙәтеүселәр булараҡ ҡатнашты, шулай уҡ үҙҙәренең диплом эштәре өсөн материал йыйҙы.
Тағы ла 50 студент (шул иҫәптән ӨДНТУ-нан - 49 һәм Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетынан – 1 студент) предприятиела производство практикаһын үтте: улар технологик процестар һәм норматив-техник документтар тураһында бедешмә алды, “Транснефть” асыҡ акционер йәмғиәтенең корпоратив мәҙәниәте менән танышты, курс эштәре өсөн материал әҙерләне.
“Транснефть-Урал” акционер йәмғиәтенең производство объекттарында практика үткәндә практика етәксеһе һәм остаз тәғәйенләнә. Предприятиеның яуаплы белгестәре практиканттың эшен контролдә тота, эш барышында уға ярҙам итә, производство һорауҙары буйынса кәңәш бирә. Шулай уҡ предприятиеға өйрәнеп китергә, һөнәри аң кимәлен киңәйтергә булышлыҡ итә.
Практика үткән саҡта коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн барлыҡ талаптар үтәлде, шәхси һаҡланыу саралары ҡулланылды, социаль дистанцияны һаҡлау тәьмин ителде.