Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
1 Ғинуар 2021, 02:00

“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе

Ошондай исем аҫтында II Республика конкурсы уҙғарыла. Ул ғинуарҙан мартҡа тиклем ике этапта – республика һәм муниципаль кимәлдә үтә.

Тәүге этап республиканың ҡала һәм район-дарында ойошторола. Конкурс 10 номинация буйынса үткәрелә: “Ҡатын-ҡыҙ мәҙәниәт өлкәһендә”, “Ҡатын-ҡыҙ – әсә”, “Ҡатын-ҡыҙ – лидер”, “Ҡатын-ҡыҙ – ғалим”, “Ҡатын-ҡыҙ – педагог”, “Ҡатын-ҡыҙ – бизнес-леди”, “Ҡатын-ҡыҙ – оҫта”, “ Ҡатын-ҡыҙ – йыл өлгөһө”, “Ҡатын-ҡыҙ – оло быуын вәкиле”, “Иң йәш йәмәғәт эшендә ҡатнашыусы”.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең Стәрлетамаҡ бүлексәһе ҡалала йәшәүсе милләт-тәштәребеҙҙе – әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙы мәртәбәле сарала ҡатнашырға саҡыра. Ҡала кимә-лендә еңеүселәр республика конкурсында көс һынаясаҡ. Һорауҙарығыҙ булһа, 8-917-476-60-20 телефонына шылтыратып, белешмәләр алырға мөмкин.
Читайте нас