Конференция барышында журналистар уға ҡала хужалығына ҡағылышлы төрлө һорауҙар яуҙырҙы: туҡталыш павильондары, бысраҡ һыуҙарҙы ағыҙыу канализациялары торошо, күперҙәрҙе йүнәтеү, хужаһыҙ эттәр проблемалары һәм башҡалар. Ҡала биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса һорауҙар айы-рыуса күп булды. Мәҫәлән, үткән йыл был йәһәттән 43 урна һәм 300-ләп сүп контейнеры ҡуйылды. Төҙөкләндереү проектында был мәсьәлә һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә тора, тип аңлатты етәксе.
Санитария талаптарына тап килмәгән хәлдәр тураһында ла һүҙ булды.
– Тараҡандар, һыу баҫыу кеүек мәсьәләләр буйынса идарасы компанияға мөрәжәғәт итергә кәрәк, – тип белдерҙе Андрей Петрович.
Хужаһыҙ эттәргә ҡағылышлы мәсьәләгә килгәндә, Андрей Ермолаев был проблема менән ҡала халҡы торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлегенә мөрәжәғәт итә ала, тип аңлатты. БР Хөкүмәте Ҡарарына ярашлы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге ту-ранан-тура хужаһыҙ хайуандарҙы аулау буйынса махсус ойошма менән эшләй. Тотҡан хайуандарҙы 40 көн махсус үҙәктә ҡарайҙар, улар унда ветеринар тикшереү үтә, стерилизация, прививка яһайҙар һәм, әгәр ҙә хайуан үҙен агрессив тотмай икән, яңынан иреккә сығарып ебәрәләр.
Юлдарҙағы күләүектәргә бәйле лә һорауҙар бирелде. Андрей Петрович был проблема асфальтты түшәү сифатына бәйле түгел, ә дренаж системаһы сифатынан тора, һәм ул бысраҡ һыуҙарҙы ағыҙыу канализацияларының булмауы арҡаһында килеп сыға, тип аңлатты.
– Был мәсьәлә хәл ителә: әле ҡала округы биләмәһендә ҡойма ямғырҙарҙан һуң йыйылған бысраҡ һыуҙарҙы ағыҙыу канализацияһы селтәрен киңәйтеү буйынса программа өҫтөндә эшләйҙәр, – тине ул.
Мәктәптәр тапҡырынан юл аша сығыу мәсьәләһенә килгәндә, хакимиәт башлығы урынбаҫары үткәүелдәр яңы уҡыу йылы башланыуға яңыртыласаҡ, тип ышандырҙы. Октябрь һәм Ленин проспекттары буйынса вело-юлдар киләһе йыл яҙға буяласаҡ.
Матбуғат конференцияһында шулай уҡ тарифтар үҫеүгә ҡағылышлы һорауҙар ҙа бирелде. Андрей Петрович:
– Ресурстарға тарифтарҙы БР Тарифтар буйынса дәүләт комитеты раҫлай, – тигән аңлатма килтерҙе һәм: тарифтар үҫеүгә ҡарамаҫтан, Стәрлетамаҡта хаҡтар рес-публиканың башҡа ҡалаларына ҡарағанда түбәнерәк, – тип тә өҫтәне. Мәҫәлән, һыуға тариф 2017 йылдың 1 июленән Стәрле-тамаҡта кубометрына 16,66 һум, Өфөлә – 23,77, Мәлеүездә – 18,03, Ишембайҙа – 23,91, Күмертауҙа – 22,99 һум.
Хакимиәт башлығы урынбаҫары сарала бирелгән ике тиҫтәнән ашыу һорауҙарҙың ҡайһыларына яуап биреп үтһә, ҡайһыла-рын ентекле тикшереүгә алды.