Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
1 Ғинуар 2021, 02:00

Һүҙ – йәмәғәт эшмәкәрҙәренә, сәйәсмәндәргә

Радий ХӘБИРОВтың Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнеүенә бәйле Башҡортостан юлдаш телеканалы аша сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Уларҙың бер нисәһен гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ.

Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вице-спикеры, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы тө-бәк штабы рәйестәше:
– Йыл һайын мониторингтарға таянып, беҙ әҙерләгән йәмәғәт тәҡ-димдәре республика етәксеһе өсөн уртаҡ эшмәкәрлек планына әүерелер тигән ниәттәбеҙ.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты йәмәғәт контроле алымдарын да файҙалана. Яңы етәксе интерактив карталарға ла иғтибар итһен ине. Уларҙы урындағы халыҡ тултыра. Беҙҙә шулай уҡ закон сығарыу инициативалары ла байтаҡ. Властың ярҙамынан тыш уларҙы тормошҡа ашырыу ҡыйынға төшә. Үҙ-ара конструктив эшмәкәрлек көтәбеҙ.
Андрей НАЗАРОВ, “Эшлекле Рәсәй” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйестәше:
– Был вазифаға тәғәйенләнеү Радий Фәрит улына федераль үҙәк менән үҙ-ара йоғонто яһауға, шулай уҡ ҙур бурыстарҙы ваҡытында атҡарып сығыуға ныҡлы ярҙам итәсәк. Башҡортостандың иҡтисади яҡтан алға барыуы өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Бер нисә йылдан төбәкте иҡтисади күрһәткестәр буйынса ла, эшлекле әүҙемлек өлкәһендә лә, башҡа юҫыҡта ла күҙәтербеҙ, тип ышанам.
Дмиртий КАЗАНЦЕВ, сәйәсмән:
– Радий Хәбиров төбәктә генә түгел, федераль кимәлдә лә тәжрибәһе булараҡ, субъекттарҙың әһәмиәтлелеген баһалап, эште яйға һалыр. Шулай уҡ Министрҙар Кабинетының эшен дә тейешле кимәлгә еткерә алыр.
Михаил ВИНОГРАДОВ, сәйәсмән:
– Радий Хәбировтың федераль кимәлдә алған күнекмәләре һәм бәйләнештәре әһәмиәтле, тип уйлайым. Был ниндәйҙер ышаныс бирә, сөнки ул федераль кимәлдә бер йыл ғына эшләмәне бит. Икенсе яҡтан, моғайын, Мәскәү өлкәһендә алған эш тәжрибәһе муниципалитеттарҙағы хәлдәргә һәм мөнәсәбәткә икенсерәк ҡарарға мөмкинлек бирер: сөнки муниципалитет башлыҡтары тулы тормош менән йәшәй, сетерекле мәсьәләләрҙе йыш ҡына улар үҙҙәре сисә, был нескәлектәрҙе лә аңларға кәрәк.
Валерий ШӘРИПОВ, Башҡор-тостан Республикаһының финанс омбудсмены:
– Рәсәйҙә финанс һәм социаль өлкәләрҙә ҡулланыласаҡ яңы ме-ханизмдар һынау үткән Мәскәү өлкәһен-дәге муниципалитетта эшләү мәлендә Радий Фәрит улы ҙур йөкләмәләрҙе үтәй алырлыҡ белгестәр, квалификациялы кадрҙар һайлай алған. Бындай кимәлдә эшләү өсөн ойоштороу таланты бу-лырға тейеш. Уның был һәләте беҙҙә лә күренер, тип ышанам.
Читайте нас