Ашҡаҙар
+15 °С
Облачно
Республика һулышы
31 Декабря 2020, 21:00

Яман шеште еңергә мөмкин

4 февралдә Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнө билдәләнә.Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлауойошмаһы мәғлүмәттәренәярашлы, яман шешауырыуҙары донъялаүлем осраҡтарының төпсәбәптәренең береһебулып тора. Рәсәйҙә йылһайын биш йөҙ меңдәнашыу кешелә онкологикауырыу асыҡлана. Яҡынсаөстән бер осраҡта сиртабиптар тарафынанваҡытында ауыҙлыҡлана.Тәүге стадияла яман шештеуңышлы дауаларға мөмкин.

Рөстәм ХӘМИТОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
— Онкология медицинаның иң ҡатмарлы, күп сығым талап
иткән өлкәһе һанала. Әммә ҡотҡарылған ғүмерҙәр һәм
кешеләрҙең һаулығы — ул һис шикһеҙ иң төп ҡиммәт.
Республикалағы онкологияға бәйле
хәл-торош тураһында беҙ Башҡорт дәүләт
медицина университетының онкологияны
ғилми-тикшеренеү институты директоры,
РФ-тың атҡаҙанған фән эшмәкәре, БР Фәндәр
академияһының мөхбир-ағзаһы, профессор
Шамил Ганцев менән әңгәмәләшәбеҙ.
— Шамил Хәнәфи улы, медицинаның
һәм юғары технологияларҙың үҫешеүенә
ҡарамаҫтан, яман шеш әле булһа
ҡурҡыныс сир булып ҡала һәм күптәр
өсөн хөкөм ҡарары кеүек яңғырай. Ни
өсөн?
— Яман шеш — глобаль проблема, һәм
ул һәр ваҡыт булған. Асылда онкологик
сирҙәр биологик система торошоноң тәбиғи
эҙемтәһе һанала. Ябай тел менән әйткәндә,
кеше биология закондарына буйһона, тимәк,
ул ҡартайыуға дусар. Ваҡыт үтеү менән
туҡымалар һәм тән ағзаларының күҙәнәк
кимәлендәге идара ителмәлелек һәләте
кәмей. Күҙәнәктәр күбәйә башлай һәм
тәү тороштағы ата-әсә күҙәнәктәре менән
оҡшашлыҡты юғалта. Организм «брак»
күҙәнәктәрҙе юҡҡа сығара алмай, шулай
итеп улар шешкә әйләнә.
Ни тиклем парадокс булып яңғырамаһын,
ғүмер оҙайлылығы артҡан һайын онкологик
ауырыуҙар ҙа күбәйә барасаҡ. Элек кешеләр
уртаса алғанда 55-60 йыл йәшәп, асылда
яман шеш өсөн хәүефле осорға барып
та етмәгән. Бөгөн кешелек уртаса ғүмер
оҙайлылығы 80-90 йәш менән билдәләнгән
осорға аяҡ баҫты, шуға бәйле онкологик
сирлеләр һаны ла арта бара.
Ә инде балаларҙағы яман шеш осрағында
тайпылыш ген кимәлендә барлыҡҡа килә.
Тыумыштан мутация, үҙгәреш кисергән гендар
була. Беҙҙең республикала йыл һайын йөҙгә
яҡын балала ошо ҡурҡыныс сир асыҡлана.
Лимфа, һөйәк системаларында, бөйөрҙә,
мейелә тайпылыштар йышыраҡ осрай.
— Ә нимә эшләргә? Сирҙе иҫкәртеү
юлдары бармы?
— Кеше йәштән үк олоғайған көндә,
һаулығы, көс-кәре кәмегән осорҙа, нисек
йәшәйәсәге хаҡында уйларға тейеш.
Яман шеште еңергә мөмкин
4 февралдә Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнө билдәләнә
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау
ойошмаһы мәғлүмәттәренә
ярашлы, яман шеш
ауырыуҙары донъяла
үлем осраҡтарының төп
сәбәптәренең береһе
булып тора. Рәсәйҙә йыл
һайын биш йөҙ меңдән
ашыу кешелә онкологик
ауырыу асыҡлана. Яҡынса
өстән бер осраҡта сир
табиптар тарафынан
ваҡытында ауыҙлыҡлана.
Тәүге стадияла яман шеште
уңышлы дауаларға мөмкин.
Яман шеш — ул йәш саҡта сәләмәтлеккә
битарафлыҡ арҡаһында тыуған сир. Шуға
күрә ябай ғына ауырыуҙарҙы ла ваҡытында
дауалау мөһим. Был осраҡта яман шеш һеҙҙе
ситләп үтәсәк йәки һеҙ уны еңә аласаҡһығыҙ.
Бынан бер нисә йыл элек ашҡаҙан һәм
үпкә яман шеше тәүге урындарҙы биләй ине.
Ә бөгөн ҡатын-ҡыҙҙарҙа — түш биҙҙәре,
ирҙәрҙә енес биҙе шеше йыш осрай.
Улар — гормондарҙан бойондороҡло
онкологик шештәр. Олоғайыу барышында
был ағзаларҙың әүҙемлеге кәмей, һәм улар
сир өсөн «уңайлы урынға» әйләнә. Әммә,
ғәҙәттә, яман шеш бер генә ағзаны зарарлау
менән сикләнмәй. Мәҫәлән, үпкә менән бергә
— ашҡаҙан, бөйөрҙәр ыңғайына эсәктәр
зыян күреүсән. Яман шешкә килтереүсе төп
сәбәптәрҙең береһе — дөрөҫ туҡланмау.
Һимереүгә әүәҫ кешеләрҙә сир хәүефе
ярайһы уҡ арта. Ыҫланған, тоҙло, татлы
ризыҡтар ашау менән мауыҡмағыҙ. Шулай
итеп, һәр кеше өсөн туҡланыуҙа төп ҡағиҙә:
тоҙло, татлы, майҙа ҡыҙҙырылған, ыҫланған
аҙыҡ-түлекте мөмкин тиклем сикләү.
Онкологик сирҙәрҙе аҙҙырыусы тағы бер
сәбәп — тәмәке тартыу. Тәмәке — лайлалы
тиресәләрҙе юҡҡа сығарыусы көслө канце-
роген. Спиртлы эсемлектәр менән мауығыу
ҙа насар эҙемтәләргә килтерә.
— Онкологияға тирә-яҡ мөхит торошо
нисек тәьҫир итә? Был йәһәттән беҙҙең
республикалағы хәл нисек баһалана?
— Күп кенә онкологик сирҙәр насар
экологияға бәйле. Барыбыҙға ла мәғлүм:
сәнәғәт үҫешкән һайын тирә-яҡ мөхит
нығыраҡ зыян күрә. Был йәһәттән
республикалағы хәл-торошҡа уртаса тигән
баһа бирергә мөмкин. Беҙҙә металлургия,
нефть-газ сәнәғәте үҫешкән. Икһеҙ-сикһеҙ
ауыл хужалығы биләмәләренә эйәбеҙ,
әйткәндәй, улар ҙа ниндәйҙер кимәлдә
онкологик сирҙәр өсөн хәүеф сығанағы
була ала. Йәғни, ер йөҙөндә «бында яман
шеш хәүефенән ҡурҡмай оҙон-оҙаҡ йәшәргә
мөмкин», тип ышаныс менән әйтерлек бер
урын да юҡ.
2016 йыл күрһәткестәренә ярашлы, яман
шеш буйынса иң юғары күрһәткес Стәрлебаш
районына тура килә — 100 мең кешегә
уртаса алғанда 472 сирле, Көйөргәҙе
районында — 444 ауырыу. Сағыштырыу
өсөн: Әбйәлил һәм Йылайыр райондарында
иң түбән күрһәткес — яҡынса 180 кеше.
Бының сәбәптәрен өйрәнәһе бар әле.
Өфөлә онкологик сирҙәр күрһәткесе
100 мең кешегә 362 осраҡ тәшкил итә.
Республиканың ҙур ҡалалары араһында был
исемлектең иң башында Салауат ҡалаһы
тора: 100 мең кешегә — 426 сирле. Быға
зарарлы сәнәғәт объекттарының күп булыуы
ла сәбәпсе.
— Республикала сирҙе иртә диагности-
калау йәһәтенән эштәр нисек тора?
— Эйе, яман шешкә ҡаршы көрәштә иртә
диагностикалау бик мөһим роль уйнай.
Белгестәр сирҙе дүрт төп стадияға бүлә.
Уларҙың тәүге икәүһе иртә осор тип атала
һәм ярайһы уҡ һөҙөмтәле дауалана.
Иртә диагностикалау эше Благовещен
районында сағыштырмаса яҡшы ҡуйылған:
онкологик сирлеләрҙең 56 проценты
беренсе һәм икенсе стадияла асыҡлана,
йәғни, пациенттарҙың яртыһы һөҙөмтәле һәм
сифатлы дауалау алыу мөмкинлегенә эйә.
Межгорьела күрһәткес тағы ла яҡшыраҡ —
67,5 процент. Әммә унда йәшәүсе халыҡ йәш
һанала. Шул уҡ ваҡытта был төбәк таулы,
шуға бәйле яман шеш барлыҡҡа килтереүсе
радиация хәүефе бар.
Онкологтар тағы ла бер мөһим
күрһәткесте — яман шештең аҙыу дәрәжәһен
иғтибар үҙәгендә тота. Әгәр сир һуңғы
стадияла асыҡланһа, ауырыуға ярҙам итеү
бик ҡатмарлы эш. Сире аҙған пациенттар
күрһәткесе Мәләүез районында — 50
процент, Дүртөйлөлә — 54 процент. Кушна-
ренко районында һәр өсөнсө ауырыу һуңғы
стадияларҙа асыҡлана. Ҡыйғы, Салауат
райондарында был күрһәткес — 40 процент
самаһы. Ҡалалар буйынса ҡарағанда иң
насар күрһәткес Сибайҙа — 25,1.
Ваҡытында тикшеренеү ныҡ мөһим. Беҙҙең
илдә тире яман шеше менән сирлеләрҙең
яртыһы биш йыл эсендә яҡты донъя менән
хушлаша. Сағыштырыу өсөн: Америкала
ундай пациенттарҙың 90 проценты иҫән ҡала.
— Ни өсөн кешеләр яман шеште
аҙҙыра?
— Иң төп сәбәп — һуң мөрәжәғәт итеү.
Күптәр табипҡа күренергә ҡурҡа. Әлбиттә,
сирҙең бер ниндәй тышҡы билдәләрһеҙ ҙә
аҙыуы бар. Табиптар хаталанған осраҡтар
ҙа булып тора. Бөгөн беҙҙә ауыҙ ҡыуышлығы
яман шеше менән ауырыусыларҙың 53,8
проценты — аҙған стадияла. Түш биҙҙәре
шеше диагнозы ҡуйылған ҡатын-ҡыҙҙарҙың
һәр дүртенсеһендә ошо хәл күҙәтелә. Ә бит
түштәрҙе үҙаллы тикшереп тә сир билдәләрен
асыҡлап була. Үпкә яман шешенә бәйле
аҙған осраҡтар — 38 процент, тимәк,
был пациенттар бер нисә йыл дауамында
тикшереү үтмәгән, ә флюорографияны йыл
һайын үтеү мотлаҡ.
Һәр кем үҙ һаулығына иғтибарлы булһа
ине. Диспансерлаштырыуҙан баш тартмағыҙ,
табиптарға ышанығыҙ, үҙ белдегегеҙ менән
төрлө алымдар, шикле дарыуҙар ярҙамында
дауаланмағыҙ.
— Был йәһәттән, яман шеш менән
көрәш өсөн республикала нимәләр
эшләнә? Матди, фәнни база яҡшы
кимәлдәме?
— Рәсәй һәм Башҡортостандың ғалим-
онкологтары бөтә донъя онкология үҫеше
менән бергә атлай. Беҙ заманса хирургия
алымдарын ҡулланабыҙ, табиптарыбыҙ
уникаль мөмкинлектәргә һәм теләһә ҡайһы
урындағы яман шешкә операция эшләү
һәләтенә эйә. Яман шеште иртә диагно-
стикалаусы ҡеүәтле үҙәккә эйә булып,
Башҡортостан был йүнәлештә ҙур аҙым
яһаны, унда ядро технологияһы ҡулланыла.
Төбәгебеҙҙә дарыу ярҙамында дауалау
алымдары ла киң файҙаланыла. Һөҙөмтәле
химия терапияһы мәктәптәре эшләй.
Белгестәр тейешле дауалау тәғәйенләп кенә
ҡалмай, уны хәүефһеҙ итергә, төрлө алымдар
ярҙамында сирҙең насар эҙемтәләрен
кәметергә тырыша. Беҙҙең онкология үҙәге
Рәсәйҙә иң яҡшыларҙан һанала. Бик күп
кешеләрҙе дауалайбыҙ, пациенттарыбыҙ
бер генә тапҡыр ятып сыҡмай, реабилитация
менән шөғөлләнәбеҙ, ул мөһим дәүләт
мәсьәләһе булып һанала. Хирургик дауалау
үткәргән кешегә былай ҙа еңел түгел, ә
был осраҡта нур, химия терапияһы кеүек
ҡатмарлы алымдар эҙемтәләре ҡушыла.
Бына шундай күп ҡырлы дауалауҙан һуң көс
тупларға, нығынырға, артабан йәшәп китергә
булышлыҡ итәбеҙ.
Башҡорт дәүләт медицина университеты
мөһим роль уйнай. Беҙ Рәсәй медицинаһы
һәм онкологияһы, халыҡ-ара онкология
берләшмәләре менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
Коллегалар менән даими аралашабыҙ,
сит илдән мәғлүмәт алабыҙ һәм ошоларҙы
кафедрабыҙҙың, клиниканың һәм төбәк
медицинаһының дауалау процесында
ҡулланырға тырышабыҙ.
Пациенттарыбыҙға, күңел төшөнкөлөгөнә
бирелмәгеҙ, үҙ эсегеҙгә йомолмағыҙ,
иҫерткес эсемлектәр ҡулланмағыҙ, тип
мөрәжәғәт иткем килә. Табиптарға ышанығыҙ,
улар ҡушҡанды теүәл үтәгеҙ, шул саҡта
уңышҡа өлгәшеү ҙә еңелерәк буласаҡ.
Белеү мөһим
Иң киң таралған онкологик сирҙәр — түш
биҙҙәре, үпкә, тире, ирҙәрҙең енес биҙе,
эсәктәр һәм ашҡаҙан яман шеше. Сирҙе
иҫкәртеү һәм иртә диагностикалау өсөн
һаулыҡ хаҡында даими хәстәрлек күреү
зарур. Ир-егеттәргә енес биҙе яман шешен
асыҡлау өсөн ПСА-ға (енес биҙенең
үҙенсәлекле антигенына) анализ бирергә
кәрәк. Ә ҡатын-ҡыҙҙар түш биҙҙәре яман
шешен иҫкәртеү маҡсатында маммологҡа
күренергә, ә инде 40 йәштән һуң ике йылға
бер тапҡыр маммография үтергә тейеш.
Читайте нас