«Был – Өфө мәктәптәрендә белем алған уҡыусыларҙың дөйөм һанынан 2%. Беҙ балаларҙы иртәнге 7-нән ҡабул итеү өсөн дежур төркөмдәр эшен ойошторҙоҡ», — тип билдәләне Елена Хаффазова.
Ҡаланың мәғариф идаралығы етәксеһе һүҙҙәренсә, дәрестәр башланғансы балалар өсөн ял ваҡыты ойошторола. Баш ҡаланың балалар баҡсаларында ла ошондай система эшләй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың 8 ғинуарында Өфөлә Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге юл үткәргес ябылды. Төҙөкләндереү эштәрен 2021 йылдың аҙағына тамамлау күҙаллана.