Документтар түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 18, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, 23-сө бүлмә. Белешмәләр өсөн телефон: 280-87-75. Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы 2005 йылдың 1 сентябрендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәтте артабан үҫтереү, үҫеп килеүсе быуынды рухи-әхлаҡи һәм илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙе көсәйтеү, шулай уҡ Башҡортостандың күренекле яҙыусыһы исемен мәңгеләштереү маҡсатында булдырыла. Премия ике йылға бер тапҡыр тапшырыла. Төрлө йылдарҙа уға яҙыусылар Гөлфиә Иҙелбаева, Факил Мырҙаҡаев, Кәтибә Кинйәбулатова, Сафуан Әлибаев, Гүзәл Ситдиҡова, Әсхәл Әхмәтҡужин, Гөлнур Яҡупова лайыҡ булды.