Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
14 Ғинуар 2021, 09:26

Күсмә күргәҙмә «МЕГА» сауҙа-күңел асыу үҙәгенә күсте

Архив эштәре буйынса идаралыҡ һәм Башҡортостан Республикаһы Милли архивы ойошторған «Башҡортостанда халыҡ иҫәбен алыу тарихынан» күсмә күргәҙмәһе уникаль проект булып танылды. Былтыр ул «Каруанһарай» һәм «Башҡортостан» сауҙа үҙәктәрендә эшләне, теләгән һәр кеше республиканың Милли архивы фондтарында һаҡланған материалдар, шул иҫәптән 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу карталары менән танышыу мөмкинлегенә эйә булды.

Күсмә күргәҙмә 12 ғинуарҙа «МЕГА» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә эшләй башланы. Мөһим кампания — Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың яҡынлашыуын күҙ уңында тотоп, Башҡортостан Республикаһы Милли архивы күргәҙмә урынында архив хеҙмәткәрҙәре дежурлығы ойошторҙо, улар консультациялар менән ярҙам итә, шулай уҡ шәжәрә төҙөү методикаһы тураһында тулыраҡ аңлатма бирә. Күргәҙмә «МЕГА» сауҙа-күңел асыу үҙәгенең беренсе ҡатында урынлашҡан.
БР Архив эштәре буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

https://kurultai.ru
Читайте нас