Грант иҫəбенə биш тематик, шул иҫəптəн уҡыусылар өсөн бер конкурс уҙғарыласаҡ.
1-се конкурс — «Тарихи Башҡортостан топонимияһы», уның маҡсаты — тарихи Башҡортостан сиктəрендə географик объекттарҙың башҡортса атамаларын аныҡлау һəм нығытыу.
2-се: «112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары». Уның буйынса Википедияла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һəм тəү сиратта 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары тураһында күп телле Викимəғлүмəт (Викидата) базаһында элементтар (структуралы яҙмалар) булдырыу.
3-се: «Исемең матур!», Башҡорт Википедияһында булған һəм ошо исемде йөрөткəн шəхестəр тураһындағы мəҡəлəлəргə һылтанмалар ҡуйылған башҡорт исемдəренə аңлатмалар биргəн мəҡəлəлəр яҙыу. Конкурс 14 йəштəн өлкəн уҡыусыларға тəғəйенлəнə, телəге булған кесерəк йəштəге уҡыусылар ҙа ҡатнаша ала.
4-се конкурс: конкурс «1000 мотлаҡ һəм 10000 тəҡдим ителгəн мəҡəлə», Википедияның барлыҡ тел бүлектəренə тəҡдим ителгəн һəм мотлаҡ булған мəҡəлəлəр яҙыу һəм тулыландырыуға йүнəлтелə.
5-се: «Башҡорт Википедияһының белешмə биттəре». Яңы килгəн ирекмəндəр үҙ аллы өйрəнһен һəм алдан эшлəй башлағандар оҫталығын камиллаштырһын өсөн кəрəкле, Башҡорт Википедияһына яраҡлаштырылған белешмə һəм уҡыу материалдарын башҡортсаға тəржемə итеү буйынса иң тəжрибəле мөхəррирҙəр өсөн конкурс.
«Субсидия Башҡорт Википедияһы эшен йәнләндереп ебәрер тип ышанам, сөнки беҙ - ирекмәндәр. Беҙ уҙған йыл ахырында «Тарихи Башҡортостан топонимияһы» тигән конкурс үткәргәйнек. Бүләккә аҡсаны ла үҙебеҙ йыйҙыҡ, унан еңеүселәргә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 7 томлыҡ «Башҡорт Энциклопедияһы», 8 томлыҡ «Башҡорт теле һүҙлеге», Ҡоролтай символикаһы ҡуйылған әйберҙәр тупланмаһы бүләк итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәрҙе ылыҡтыра алманыҡ, сөнки мөмкинлектәребеҙ сикле булды. Хәҙер инде был йәһәттән ҙур эштәр башҡара алырбыҙ, тип уйлайым», — тип белдерҙе Башкорт Википедияһы активисы Гүзәл Ситдиҡова.