Документтың бөтә пункттарында «президент хакимиәте» «Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте»нә үҙгәртелде.
Шулай уҡ яңыртылған указда уға ҡул ҡуйылған көндән алып дәүләт хеҙмәткәрҙәре үҙенең (тормош иптәшенең, бәлиғ булмаған балаларының) килеме, сығымы, мөлкәте тураһында отчет бирергә тейешлеге хаҡында әйтелә.
Бынан тыш, төрлө дәүләт структуралары хеҙмәткәрҙәре интернет селтәрендәге сәхифәләргә [социаль селтәрҙәргә — ред.] һылтанмаларҙы күрһәтергә бурыслы.
Указға ярашлы, элеккесә, биләгән вазифаға бәйле бүләктәр, аҡсалата бүләк, ссудалар, хеҙмәттәр алыу, күңел асыуға, ялға, транспорт сығымына түләтеү тыйыла.
Тағы бер мөһим пункт – «дәүләт органдары һәм етәкселәр тураһында баһанан, фекер әйтеүҙән тыйылыу».