Халыҡтың үҙ иҫәбенә йәки кредит ярҙамында төҙөгән торлаҡ өлөшө 61% тәшкил итә. Был дөйөм майҙаны 1,5 миллион квадрат метрлыҡ 13,7 меңгә яҡын шәхси йорт тигән һүҙ (2019 йылға ҡарағанда 8% күберәк).
Девелопер компаниялары дөйөм майҙаны 956,3 мең квадрат метрлыҡ 18,3 мең фатирҙы файҙаланыуға тапшырған – 2019 йылдағы кимәлдән 2,7% түбәнерәк.
Башҡортостан торлаҡ төҙөү күләме буйынса Волга буйы федераль округында – икенсе, Рәсәйҙә һигеҙенсе урынды биләй.
Торлаҡтан тыш, республикала социаль әһәмиәтле объекттарҙы төҙөү дауам итте. 2020 йылда 1345 уҡыусылыҡ мәктәптәр, 2800 урынлыҡ балалар баҡсалары, 204 койкалыҡ дауаханалар, тәүлегенә 106 пациентты ҡабул итерлек амбулаториялар һәм поликлиникалар, ике физкультура-һауыҡтырыу комплексы, майҙаны 327 квадрат метрлыҡ спорт залы сафҡа индерелде.