Радий Хәбиров һәр маҡсатты мөмкин тиклем тиҙ һәм һөҙөмтәле хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте аппаратының тиҫтәләгән хеҙмәткәре ҡыҫҡартыу тураһында белдереү ҡағыҙы алды.
Телеграм-каналдар мәғлүмәте буйынса, ҡыҫҡартылғандарҙың күпселек өлөшө – бер үк эште башҡарған хеҙмәткәрҙәр.
«Башинформ» агентлығына премьер-министр Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, Хөкүмәттә күптән уның структураһын оптималләштереү һәм һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса эштәр алып барыла. Аппараттың ҡайһылыр звеноһы ҡыҫҡартыла, ҡайһылары – үҙгәртеп ҡорола, ҡайһы берҙәре – көсәйтелә. Маҡсат – дәүләт көйләүенең һөҙөмтәлелеген арттырыу һәм иҡтисади йәнлелек.