Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
11 Февраль 2021, 13:00

Яңауылдар данлыҡлы яҡташы менән ғорурлана

12 февралдә Уран ырыуы вәкилдәре Яңауыл районында йыйыла. Ғәҙәттәгесә, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн саралар ойошторола: Яңы Артауыл ауылында «Аҡбуҙат» журналы менән танышыу була, уның сиктәрендә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында «Шумер» мультифильмы күрһәтелә, Уран ырыуының иң йәш вәкилдәре өсөн уйындар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.

Һуңынан Яңауыл ҡалаһының Йәштәр һарайында башҡорт телендә «Нурбостан» анимация сериалының презентацияһы, «Тамыр» телеканалынан профессиональ фотосессия ойошторола, шулай уҡ төрлө уйындар һәм ярыштар уҙғарыла. Уран ырыуы йыйыны Яңауылдың Мәҙәни-ял итеү үҙәгендә иртәнге сәғәт 10-да башлана. Бинаның фойеһында башҡорт этноихатаһы, биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе, биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары дәрестәре менән танышырға мөмкин буласаҡ. Төп сара Уран ырыуы тураһында театрлаштырылған тамашанан башлана. Уран ырыуы биләмәләре Яңауыл районының төньяҡ-көнбайыш яртыһында урынлашҡан (ҡалған өлөшөн Гәрәй ырыуы башҡорттары биләй). Ошо ауылдарҙан йыйынға 77 делегат килә, улар үҙ советын һайлаясаҡ, ырыу гербын һәм гимнын ҡабул итәсәк. Улар алдында яҡташтары һәм Өфө ҡунаҡтары сығыш яһаясаҡ. Тарихсылар төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының, шул иҫәптән Уран ырыуы башҡорттарының тарихы һәм үҙенсәлеге хаҡында һөйләй. Шулай уҡ танылған яҙыусы-сатирик, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары вәкиле Марсель Сәлимов, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, сығышы менән Уран ырыуынан булған Фәнәүи Сәлихов сығыш яһай. Сара үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары концерты менән тамамлана.

Яңауылдар данлыҡлы яҡташы, РСФСР-ҙың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Гәрәев менән ифрат ғорурлана. Ошо сәбәпле Яңауылда үтәсәк Уран ырыуы йыйынында делегаттар Радик Арыҫлан улы Гәрәевтың хәтерен мәңгеләштереү башланғысы менән сығырға ниәтләй. Радик Гәрәев хәҙерге башҡорт вокал сәнғәтенең сағыу вәкиле була, уның ижады юғары профессионаллек, төрлө стилдәге һәм жанрҙағы әҫәрҙәрҙең үҙенсәлекле интерпретацияһы менән айырылып тора. Ул Советтар Союзының иң яҡшы концерт майҙандарында йырлай, Франция, Италия, Греция, Испания, Германия, Канада, АҠШ һәм башҡа илдәрҙең тамашасылары алдында сығыш яһай. 1983 йылда Радик Гәрәев Сочи ҡалаһындағы "Ҡыҙыл ҡәнәфер" халыҡ-ара сәйәси йыр фестивалендә Гран-при яулай. Башҡорт йырсыһы "Уралым" халыҡ йырын өзләү ҡушып башҡарып жюри ағзаларын таң ҡалдыра.

https://kurultai.ru
Читайте нас