Былтыр декабрҙә Башҡортостанда 6 275 кеше донъя ҡуйған, тип хәбәр итте статистиктар. Был 2019 йылдың декабре менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға күберәк. Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, декабрҙә 64 сирле COVID-19 ҡорбаны булған.
Шулай уҡ уҙған йылда республикала үлгәндәрҙең яңы тыуғандар һанынан 18 664 кешегә күберәк булыуы хәбәр ителә. 2019 йылға ҡарағанда халыҡтың тәбиғи кәмеүе 2,6 тапҡырға артҡан.
2020 йылдың 12 айында Башҡортостанда 41 180 бала тыуған, бер йыл элек яңы тыуған сабыйҙар һаны күберәк – 42 031 булған.