54 райондан 385 ғаилә социаль түләүҙәр ярҙамында торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға өлгәшкән.
Шулай уҡ социаль найм килешеүҙәре буйынса 22 райондан 61 ғаилә торлаҡлы булған.
Иң популяр механизм – льготалы ауыл ипотекаһы: банктар 4,5 миллиард һумға 2,2 мең кредит биргән.
Программа сиктәрендә уҙған йылда бөтәһе 145 инфраструктура проекты бойомға ашырылған, шуларҙың 54-е — ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү.
Дөйөм алғанда, 2020 йылда программаны тормошҡа ашырыу өсөн яҡынса 2,46 миллиард һум йүнәлтелгән.
Ошо көндәрҙә төбәк һәм федераль Ауыл хужалығы министрлығы 2021-2023 йылдарға «КРСТ» программаһын ғәмәлгә ашырыу буйынса килешеү төҙөнө. Ошо йылдарҙа финанслауҙың дөйөм күләме 5,8 миллиард һум була.