Бынан тыш, эшҡыуарҙар урта рус тоҡомло бал ҡортоноң башҡорт популяцияһы генетикаһын һаҡлау, республика балы брендын үҫтереү эшен дә ойошторорға ниәтләй. Инвестицияларҙың дөйөм күләме – 3,8 миллиард һум.
Республикала проектты башлау өсөн «Би Хэппи» («Бәхетле бал ҡорто») компанияһы теркәлгән, эштең төп йүнәлештәрен һәм этаптарын билдәләргә тейешле юл картаһы әҙерләнгән.
Тәүге умарталыҡтарҙы Бөрйән, Ишембай, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарында урынлаштырыу күҙаллана. Производствола бөтәһе 160 яңы эш урыны булдырыла. Күргәҙмә үҙәге менән бал продукцияһын эшкәртеү заводы иһә Өфөлә урынлаштырыла.
«Беҙҙең төп маҡсат – Рәсәйҙә алдынғы бал етештереүселәрҙең һәм сит илгә сығарыусыларҙың береһе булыу. Был умартасылыҡтың инвестиция йәлеп итеү һәләтен арттырырға һәм башҡорт балын премиум-продукция сегментына сығарырға мөмкинлек бирергә тейеш», – тип һөйләне Антуан Менделовичи «Инвестиция сәғәте» ултырышында.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров Өфө хакимиәтенә ҡала биләмәһендә эшкәртеүсе ҡеүәттәрҙе һәм күргәҙмә үҙәген урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәтергә ҡушты.
«Француз коллегаларыбыҙҙың бал етештереү темаһы менән ҡыҙыҡһыныуы өсөн бик шатбыҙ, билдәләнгән пландарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итергә әҙербеҙ. 2022 йылда Башҡортостан умартасылыҡ буйынса «Апимондия» халыҡ-ара конгресын ҡабул итә. Күргәҙмә комплексы өсөн Өфөлә лайыҡлы урын һайлағыҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.