Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
13 Март 2021, 13:50

Республика Башлығы эш сәфәре менән - Күмертауҙа

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров Күмертауҙа булды. Эш сәфәрен ул “Рәсәй вертолеттары” холдингына ингән Күмертау авиация етештереү предприятиеһынан башланы. Ка-32 вертолетын етештереү өлгөләрен ҡараны, авиазавод эшселәре менән аралашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, март башында Радий Хәбиров "Ростех" дәүләт корпорацияһы авиация кластерының индустриаль директоры Анатолий Сердюков менән хеҙмәттәшлек итеү юлдары, предприятие эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре буйынса фекер алышҡайны. Атап әйткәндә, Күмертау авиация етештереү предприятиеһының йыллыҡ хеҙмәт һөҙөмтәләре барланды, киләсәккә пландар тикшерелде.
Былтыр предприятие продукцияны 43 процентҡа күберәк етештергән. Ағымдағы йыл аҙағына тиклем ете яңы машина эшләү һәм тағы 15 вертолетты төрлө ведомстволарҙың заказы буйынса ҡорамалландырыу планлаштырыла. Әле иң уңышлы проекттарҙың береһе - күп маҡсатлы Ка-32 вертолетын заманса яңыртыу. Бындай машиналар паркы Рәсәйҙең күп ойошмаларында, Көньяҡ Кореяла, Төркиәлә, Ҡытайҙа, шулай уҡ Европа илдәрендә бар.
Яңыртыу программаһы үҙ эсенә бортҡа заманса электр ҡоролмаһы урынлаштырыуҙы ала, ул ВК-2500ПС-02 ҡеүәтенә эйә яңы двигатель. Завод хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ Ка-32 вертолетының янғын һүндереү өсөн яңы версияһын да эшләгән. Уның багы дүрт тоннаға тиклем һыу һыйҙыра аласаҡ, тимәк, ауыр урындарҙа утты һүндереү өсөн бик уңай.
Республика Башлығы яңы продукцияның мөмкинлектәрен юғары баһаланы. Ул Башҡортостан Хөкүмәтенә Ка-32 вертолетын быйыл ҡотҡарыу-һүндереү эштәрендә ҡулланырға тәҡдим итте.
- Башҡортостан биләмәһе бик ҙур. Беҙҙә урман майҙаны күп, айырым һаҡланған объекттар ҙа бар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр йыш ҡына барып етеүе ауыр урындарҙа була - янғындар, төрлө авариялар. Яңы техника уңышлы, иң мөһиме - халыҡты ҡотҡарыу һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе тиҙ арала яйға һалыу өсөн уңайлы буласаҡ, - тине Радий Хәбиров. - Вертолет күп функциялы булырға, ҡотҡарыусыларҙың бар талаптарына яуап бирергә тейеш.
Күмертау ҡалаһына эш сәфәре барышында республика Башлығы шулай уҡ «МПП-Күмертау» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Унда BUDI BASA брендлы йомшаҡ уйынсыҡтарға төрлө кейем комплекттары, аксессуарҙар етештерелә.
2019 йылда «МПП-Күмертау» йәмғиәте "Күмертау" социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең резиденты булған. Былтыр предприятие 513,5 квадрат метр майҙанда производство йәйелдереү өсөн бина алған. Унда капиталь ремонт үткәргәндәр, кәрәкле тегеү ҡоролмалары һатып алынған. Пандемия ваҡытында барлығы 40 яңы эш урыны барлыҡҡа килһә, әле штатты икеләтә арттырыу ҡарала.
Республиканың еңел сәнәғәтенә дәүләт ярҙамы программаһына ярашлы, «МПП-Күмертау» йәмғиәте тегеү ҡоролмалары һатып алыу өсөн субсидияға эйә булған.
"Иҫ киткес: Мәскәүҙәге "Шереметьево" аэропортының бизнес-залдарында осратырға мөмкин булған иң популяр брендлы йомшаҡ уйынсыҡтар беҙҙә, Күмертауҙа, сығарыла, - тине республика Башлығы. - Күренеп тора, предприятие артабан да үҫешергә әҙер".
https://bash.rbsmi.ru
Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас