Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
15 Март 2021, 11:05

Өфөлә IX WorldSkills Russia чемпионаты финалы июлдә үтә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә WorldSkills милли чемпионатын уҙғарыуға әҙерләнеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ республика хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Өфөлә IX WorldSkills Russia чемпионатының финалын 21-25 июлдә үткәрергә хәл ителде.
Сараға әҙерләнеү буйынса ойоштороу комитетының составы раҫланды. Уның рәйесе – Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.
Дирекцияға «Йәш профессионалдар» (WorldSkills) милли чемпионатына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса саралар планын төҙөү бурысы йөкмәтелде.
Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостан WorldSkills Russia чемпионатының милли этабына әҙерләнә башланы.
«Башинформ» яҙғанса, 2021 йылда республика WorldSkills Russia булараҡ билдәлелек яулаған «Йәш профессионалдар» милли чемпионатын ҡабул итә.
«Был беҙҙең өсөн бик мөһим сара, уға ныҡлы әҙерләнәбеҙ – Өфөгә яҡыныраҡ майҙансыҡ һайлайбыҙ», — тигәйне Андрей Назаров.
Башинформ.
Читайте нас