Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
19 Март 2021, 11:12

Бөгөн Радий Хәбиров ҡулынан республикабыҙҙың мәҙәниәт эшмәкәрҙәре юғары наградалар алды

Улар араһында данлыҡлы скульптор Өлфәт Ҡобағошов та бар. Башҡортостан Башлығы Өлфәт Миңләхмәт улының күкрәгенә Салауат Юлаев орденын таҡты. Маладис, Өлфәт ағай, һәйкәлдәрегеҙ менән бергә халыҡ яҙмышын да һынландыраһығыҙ, уларҙан да, үҙегеҙҙән дә әлегеләй гел нур бөркөлөп торһон. Ҡотлайбыҙ!!!

Өлфәт Миңләхмәт улы ҠОБАҒОШОВ, Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылында тыуып үҫкән, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, скульптор:
- Көйөргәҙе районы үҙенең бик күп данлыҡлы шәхестәре менән республика тарихына ҙур өлөш индерҙе. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер, мәҫәлән, Мәнди Ҡотош-Ҡыпсаҡи һәм Шәмсетдин Зәки кеүек билдәле шәхестәребеҙҙе һаман да лайыҡлы рәүештә күрһәтә белмәйбеҙ. Уларҙы һәм уға тиклем дә булған иң боронғо шәхестәрҙе тарих сүплегенә ташламаҫҡа, ә күтәрергә кәрәк. Шуныһы ҡыуаныслы, районда Кинйә Арыҫлановҡа ныҡлы иғтибар бүленде. Быларҙың барыһы ла район хакимиәтенең элекке башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтовтың тырышлығы арҡаһында эшләнде. Ул Көйөргәҙенең данлыҡлы шәхестәренең исемдәрен мәңгеләштереү өсөн ҙур эш башҡарҙы. Һәр районда ла улай күтәрә белмәйҙәр әле ул. Ғөмүмән әйткәндә, ғорурланырлыҡ яҡташтарыбыҙ байтаҡ. Тарихыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы оноторға ярамай. Борон замандан иң түрҙә аҡһаҡалдар ултырған, ә хәҙерге заманда шуны онотоп ебәрәләр һәм үҙҙәре үк түргә менеп ултыралар. Боронғо менән сылбыр һәр саҡ йәшәргә тейеш. Ул бер ҡасан да өҙөлмәһен, тамырҙарыбыҙ ҡоромаһын ине. Көйөргәҙе — легендалар, эпостар төйәге. «Аҡбуҙат» эпосы бында яҙып алынған. Беҙҙә эпостарҙы белгән, уларҙы һаҡлаған халыҡ йәшәгән. Беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың тарихына 100 йыл ғына түгел, уның мең йылдан артыҡ тарихы бар. 100 йыл уның бер өлөшө генә.
Фото Башинформ.
Читайте нас