Табиптар тәжрибә уртаҡлашып видеобәйләнеш аша ҡатмарлы операция яҙмаһын экранда күрһәтәсәк. Башҡортостан белгестәре онкология диагнозы ҡуйылған ҡатындың балаятҡы муйынтығына ҡатмарлы операция эшләп һөнәри оҫталығы менән уртаҡлашасаҡ.
Был операция бик үҙенсәлекле, сөнки 34 йәшлек ҡатындың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн ике бригада ҡушылып эш алып барҙы. Табиптарҙың бер өлөшө организмға таралған метастаздарҙы ҡырҡһа, икенсе төркөм балаятҡы муйынтығын дауалау өҫтөндә эшләй. Республикала был ҡатмарлы әмәлиәт беҙҙең клиникала ғына үткәрелә.
Әлфиә Ящук ,БДМУ клиникаһының акушерлыҡ һәм гинекология клиникаһы етәксеһе