Республика башлығының икенсе указы менән Илдар Шафиҡов үҙ теләге менән Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһынан бушатылды.
Андрей Крылов 1979 йылда Өфөлә тыуған.
1998 йылда – Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжын, 2003 йылда ситтән тороп Рәсәй текстиль еңел сәнәғәт институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1999 йылда 31-се «Тонус» магазины яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә бухгалтер булып башлай.
2013-2014 йылдарҙа — Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары.
2015 йылдың февраленән Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары.