«Беҙ саңғыла, полиатлонда, шахматта, шашкала һәм спорт ғаиләләре ярышында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәттек. Республиканан Пермгә Бөрйән, Өфө, Шишмә, Әлшәй райондарынан 17 спортсы һәм ике тренер барҙы. Делегация етәксеһе – Шишмә районының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Сергей Балуев», — тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы.
Республика спортсылары илдең төрлө субъекттарынан килгән 700 спортсы менән миҙалдар өсөн көс һынашты. Уларҙың барыһы ла ауыл, урман, балыҡсылыҡ хужалыҡтарында, ҡулланыусылар кооперацияһында эшләй, фермерҙар, социаль хеҙмәткәрҙәр.