«Башинформ»ға Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Роспатенттың мәғлүмәттәр базаһына һәр композиция тураһында мәғлүмәттәр: йырҙың тарихы, ноталар һәм текст индерелгән. Тыңлау өсөн тура һылтанма ла бар. Патент алған йырҙарҙың тулы исемлеге Республика халыҡ ижады үҙәге сайтына урынлаштырыла.