Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
29 Март 2021, 09:00

Башҡортостан ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса илдең ун төбәге иҫәбенә инде

Башҡортостан – ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләме буйынса Рәсәйҙең ун төбәге иҫәбендә, тип хәбәр иттеләр республика статистиктары.

Башстат мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһының 3,1% Башҡортостанға тура килә (иген – 2,9%, ит – 2,7%, һөт – 5,2%, йомортҡа – 2,3%, бал – 8,7%). Дөйөм алғанда, былтыр республикала 189,6 миллиард һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештерелгән.
«Башҡортостан илебеҙ төбәктәре араһында эре малдар һаны буйынса – өсөнсө, йылҡы һаны буйынса икенсе урынды биләй», — тип белдерҙе статистиктар.
Башинформ.
Читайте нас